19 ғинуарҙа православ динен тотоусылар Керәшен байрамын билдәләй. Республикала һыуға сумыу өсөн 100-гә яҡын мәке уйылған. Байрам алдынан белгестәр боҙҙоң ҡалынлығын, ә водолаздар сумыу урындарының хәүефһеҙ булыуын тикшерә. Йола башҡарыу урындарында полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар эшләйәсәк. Өфөнөң Затон биҫтәһендә лә махсус урын әҙерләнгән. Уңайлыҡтар булдырыу маҡсатында йылы аш, палаткалар, бәҙрәфтәр ойошторолған. Ҡотҡарыусылар һыуға тик йыһазландырылған урындарҙа ғына сумырға, хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә саҡыра. Боҙло һыуға эскән килеш төшөү тыйыла. Шулай уҡ ниндәйҙер сир үткәргәндә, дауаланып өлгөрмәгәндә лә һыуға сумыуҙан тыйылып торорға кәңәш ителә.



