«Донъя һылыуҡайы» конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡыҙы сығыш яһаясаҡ


Башҡортостандан Лас-Вегасҡа. «Донъя һылыуҡайы» конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡыҙы сығыш яһаясаҡ. Матурлыҡ бәйгеһендә Ауырғазы районында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәгән Гөлназ Ғәбитова ҡатнашасаҡ. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлназ Лас-Вегаста үтәсәк ярышҡа әҙерлек барышы менән таныштырҙы. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Еңдә һәм итәктә тамбурлы сигеү, биҙәүестәрҙә Учалы йәшмәләре. Бер күлдәктә Башҡортостан оҫталарының ижады сағыла. Милли кейем «Донъя һылыуҡайы « конкурсында ҡатнашасаҡ Гөлназ Ғәбитованың төп образдарының береһе.

Лас-Вегаста тормошта булған ҡатын-ҡыҙҙар араһында үтәсәк матурлыҡ конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан һылыуҡайы ҡатнашасаҡ. Унда эләгер өсөн Гөлназ Ғәбитова «Миссис Рәсәй Донъя» конкурсында көсөн һынай. Бәйге көсөргәнешле бара, титул исеменә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 119 гүзәл зат көрәшә. Халыҡ-ара кимәлдә Гөлназ башҡорт мәҙәниәтен һәм йолаларын күрһәтмәксе. Шуға күрә төп образ - милли кейемгә айырыуса иғтибар бирелә.

Гөлназ стамотология селтәрендә баш шәфҡәт туташы булып эшләй, тормош иптәше Артур менән ике ҡыҙ тәрбиләләйҙәр. Әлеге ваҡытта декрет ялында булыуға ҡарамаҫтан, сәхнә хореографияһы, дефиле, инглиз телен өйрәнеүгә ваҡыт таба. Матурлыҡ конкурстарына йәш әсәне өлкән ҡыҙы Вика алып килә, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Ҡыҙ «Өфө принцессаһы - 2024» еңеүсеһе. Конкурсҡа әҙерләнгән ваҡытта Гөлназдың үҙендә лә сәхнәгә сығыу теләге тыуа.

Күләмле конкурсҡа сығыу - үҙе бәхет. Гөлназ Ғәбитоваға ғаиләһе төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша.

Гөлназ Башҡортостан мәҙәниәтенән тыш, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын күрһәтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған. Күстәнәскә башҡорт балы, сәксәк һәм түбәтәй әҙерләп ҡуйған. Әлеге ваҡытта «Донъя һылыуҡайы « конкурысында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү бара. Бәйге 29 һәм 30 ғинуар Лас-Вегаста үтә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ