Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте

Бөрйән башҡорттары ҡор йыҙы. Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Һөйләшеү милли ойошманың алтынсы съезы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, ҡоролтай проекттарында ҡатнашыу, мәғлүмәт һуғышына ҡаршы көрәш һәм башҡа мөһим бурыстар тураһында барҙы. Бөрйән башҡорттарының йыйыны тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Район мәҙәниәт йорто иртәндән дәртле, рухлы йыр-моңдарҙан яңғырап тора. 98 проценттан ашыу башҡорттар йәшәгән Бөрйән өсөн Ҡоролтай ултырышы төп һәм әһәмиәтле сараларҙың береһе. Ошонда уҡ төбәк оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған. Төп иғтибар махсус хәрби операция ҡаһармандарына ярҙам. Бөрйәндәр алғы һыҙыҡтағыларға гуманитар ылауҙы даими оҙата, һәр ауылда маскировка селтәре үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр. Район ҡоролтайы ла был йүнәлештә әүҙем эшләй.

Ҡоролтай ултырышында ла һүҙ илһөйәрлек, телгә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү, мәғлүмәт һуғышына ҡаршы көрәш һәм башҡа көнүҙәк темалар тураһында барҙы. Мәғлүм булыуынса әлеге заманда халыҡтың милли тойғоларын, дини инаныуҙарын файҙаланып ҡырын эштәргә этәреү күренештәре бар. Ситтән йоғонтоға бигерәк тә йәштәр тиҙ бирешә.

Бөгөнгө көндә республикала башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү фонды эшләй, рухи, мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса тиҫтәләрсә проект тормошҡа ашырыла. Әммә заман мөмкинлектәре менән дөрөҫ итеп файҙаланыу шарт. Ҡоролтай ағзалары фекеренсә, Ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырғанда тәү сиратта халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыу, йәнле аралашыуҙар мөһим. Һөҙөмтә шул ваҡытта ғына буласаҡ.

Ҡоролтай ултырышы һорау-яуап рәүешендә, аралашыу форматында үтте. Фекерҙәр тура килмәгән мәлдәр ҙә булды. Әммә хаҡлыҡ бәхәстә тыуа, ошондай осрашыуҙар бик кәрәк, ти ҡатнашыусылар.

Йыйын һөҙөмтәһе буйынса эш йүнәлештәре билдәләнде, ҡоролтай эшенә йәштәрҙе йәлеп итергә хәл ителде. Сөнки илдең, телдең киләсәге тыуған төйәген яратҡан йәштәр ҡулында.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ