Башҡортостанда 5157 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифаханала ял иткән


Ошо маҡсатта республика бюджетынан 128 миллион һум аҡса тотонолған. 2023 йыл менән сағыштырғанда, 50 миллион һумға күберәк. Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында яугирҙарҙың сәләмәтлеген нығытыуға бүленәсәк аҡсалар тағы ла артасаҡ. Был турала хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итте.

Оператив кәңәшмәне башлап республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарын Шайморатов ордендары менән бүләкләне. «Морпех» ҡушаматлы яҡташыбыҙ һынмаҫ рух һәм илһөйәрлек өлгөһө. Яу ҡырында ҡалған командирын эвакуациялағанда ул үҙе лә иптәштәре менән миномет уты аҫтында ҡала. Һөҙөмтәлә «Морпех» үҙе лә аяғын юғалта. Ләкин реабилитация үткәндән һуң кире фронтҡа барырға ҡарар итә. Утты-һыуҙы кискән егеттәрҙе ҡалдыра алмайым, бергә барғас бергә ҡайтасаҡбыҙ, ти ул. Сираттағы наградаһын да ул үҙенең яуҙаштарына бағышлай.

Үҙәк хәрби округының 28-се зенит-ракета батареяһы яугиры Василий Алалыкинға ла Шайморатов ордены тапшырылды. Радий Хәбиров яҡташтарбыҙға рәхмәт әйтеп уларҙың ҡаһарманлығы күптәргә үрнәк булыуын билдәләне.

Оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡаралған дәүләт ярҙамы ла барланды. Әле яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына республиканың 15 шифаханаһында сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлеге бирелгән. 14 көнгә иҫәпләнгән бушлай юлламаны ике кешегә бүлеп бер аҙна ял итергә мөмкин. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, юлламаларҙы алыу тәртибе хәҙер тағы ла ябайлаштырыла.

Волна
Акции БСТ