Һуңғы биш йыл эсендә банктар 22 миллиард һумға 9 меңгә яҡын кредит биргән. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары -ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, былтыр ғына ауыл ипотекаһы ярҙамында 866 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан . Был күләм 2023 йыл менән сағыштырғанда кәмерәк. Төп ставка артыуға бәйле, ауыл ипотекаһын бығаса алынған займдарҙы ҡаплар өсөн юллаусылар ҙа күбәйгән. Шуға ҡарамаҫтан, республика етәкселеге артабан да ауыл ипотекаһы күләмен арттырыу өсөн тырышасаҡ. Федераль үҙәктән аҡса йәлеп итеү өсөн программалар күп. Республика найм килешеүе буйынса торлаҡ төһөлөшөнә ген 30 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Был күләмгә тотош агроауылдар төҙөү планлаштырыла.



