Был хаҡта Өфөләге «Защитник» үҙәге хәбәр итә. Махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр бында тәүлек эсендә килешеү төҙөй ала. Сөнки барыһы ла - документтарҙы ҡабул итеүҙән алып анализ тапшырыуға тиклем бер урында башҡарыла. Кандидаттарҙың сәләмәтлеген тиҫтәләгән белгес баһалай. Буласаҡ яугирҙар араһында кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә бармаусылар ҙа, әммә ваҡыт уҙыу менән гражданлыҡ бурысын үтәргә ҡарар иткәндәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта ир-егеттәр йыш ҡына туғандары һәм дуҫ-иштәре өлгөһөндә илдең ҡораллы көстәре сафына баҫа.
Әйткәндәй, «Защитник» үҙәгендәге бөтә кандидаттар ҙа өс тапҡыр бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгән. Төн үткәреү өсөн урындар булдырылған. Декабрь аҙағында республика башлығы указы буйынса контракт төҙөүселәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы артты. Хәҙер ул 2 миллион һум, ә Өфөнән китеүселәр өсөн ҡала хакимиәтенән тағы ла 700 мең һум ҡаралған. Хеҙмәттең 1-се йылында эш хаҡы 4 миллион ярым һумдан алып тәшкил итә. Бынан тыш, яугиррҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн төбәктә 40-тан ашыу льгота ҡаралған. «Защитник» үҙәгендә банк хеҙмәткәрҙәре «Мир» картаһын рәсмиләштерергә, ә суд приставтары бурыстар мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә.



