Керәшен байрамдары уңайынан госпиталдә рухи осрашыу ойошторолдо

Керәшен байрамдары уңайынан Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә диндарҙар һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәре яугирҙар менән осрашты. Православ динендәге хәрбиҙәр отец Александр менән аралашты. Махсус хәрби операция башланғандан алып, госпиталдә меңдән ашыу ир-егеткә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Учреждениела яраларҙы дауалау, психологик ярҙам, магнит терапияһы, массаж, махсус күнекмәләр, сәләмәт туҡланыуҙы ойоштороу буйынса уңайлыҡтар булдырылған. Алғы һыҙыҡтағы Ватан һаҡсылары өсөн рухи ярҙам да мөһим. Бында психологтар һәм диндарҙар менән осрашыуҙар даими үткәрелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ