Пенсионер 1 миллион һумлыҡ вкладын асып, ҡулаҡса алырға теләк белдерә. Быны ул аҡсаны башҡа ойошмаға күсерергә ҡарар итеүе менән аңлата. Тик банк хеҙмәткәре оло ҡатындың үҙен сәйер тотоуын һиҙеп, банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтен саҡыра. Һөҙөмтәлә хоҡуҡ органдары хеҙмәткәре пенсионерҙың ысынлап та мутлашыусылар менән бәйләнештә булыуын асыҡлай. Банк һәм полиция хеҙмәткәре ярҙамында ханымдың оҙаҡ йылдар йыйған аҡсаһы һаҡланып ҡала.
Мутлашыусылар граждандарҙан аҡса урлау буйынса схемаларҙы даими рәүештә камиллаштыра. Һуңғы йылдарҙа социаль селтәрҙәрҙә заман технологиялары ярҙамында, йәғни тауыш йәки йөҙҙө файҙаланып аҡса һорау осраҡтары артты. Шуға күрә банк хеҙмәткәре шылтыратҡан осраҡта уяу булырға, бер кемгә лә паспорт йәки банк картаһы мәғлүмәттәрен бирмәҫкә кәңәш ителә.



