Өфөлә рөхсәт ителмәгән урындарҙа тюбинг һәм сана шыуыусыларҙы асыҡлаусы рейдтар үтә

Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре парктарҙа һәм таулы майҙансыҡтарҙа сана шыуыусылар менән иҫкәртеү саралары ойоштороп, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала Әлшәй районында тюбингта йәрәхәтләнеп үлемесле осраҡ теркәлде. Күрше төбәктәрҙә лә төбингты машинаға тағып шыуыусылар араһында фажиғәгә тарыусылар булды.


Был аҙнала күрше Татарстан менән Башҡортостанда тюбинг шыуып өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Граждандарҙың именлеген тәьмин итеү маҡстында рейдтар үткәрәбеҙ, аңлатыу эше алып барабыҙ. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа тюбинг, сана шыуыу ҡәтғи тыйыла. Бигерәк тә уларҙы машиналарға эләктереп шыуыуҙан баш тартырға саҡырабыҙ - һәләкәтле осраҡтар тап юғары тиҙлек алғанда теркәлә.

Рөстәм Йосопов, Өфөнөң Ленин районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ