Өфөлә «Мин ишетәм һеҙҙе, доктор!» проекты тормошҡа ашырыла


Уның сиктәрендә табиптар ишетеү һәләте насар булған пациенттар менән ым-ишара теле аша һөйләшергә өйрәнә. Проектҡа тәүгеләрҙән булып ҡушылған медицина хеҙмәткәрҙәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Кариесты ваҡытында дауаларға кәрәк. Теш табибының ым-ишара телен аңлап, мөмкинлектәре сикләнгән пациент менән иркен аралашыуы - дауалау курсын дөрөҫ билдәләргә ярҙам итә.

Өфөнөң 1-cе стоматология поликлиникаһында ике йәш белгес ым-ишара теле буйынса махсус уҡыуҙар үткән. Индира Хәбирова билдәләүенсә, ишетеү һәләте буйынса инвалидтар менән эшләүе еңел. Иң мөһиме - улар хәҙер бер ниндәй ҡурҡыу тойғоһоҙ дауаланырға килә. Сөнки бында сурдотәржемәсеһеҙ ҙә аңлап ҡабул итәләр, төрлө һорауҙарға яуап алырға мөмкин.


Ишетеү һәләте буйынса инвалидтарҙы хеҙмәтлендереү буйынса шарттар булдырыу мотлаҡ һәм көнүҙәк мәсьәлә һанала. Ым-ишара теле ярҙамында башланғыс кимәлдә аралашыу - пациент менән табип араһында коммуникацияны яҡшыртып, күрһәтелгән медицина ярҙамы сифатын күтәрә.

Марина Комарова, Өфөнөң 1-cе стоматология поликлиникаһының терапия бүлеге мөдире

«Мин ишетәм һеҙҙе, доктор» проекты ишетеү һәләте буйынса 3-сө төркөм инвалиды Зилә Басирова башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарға ни тиклем дауаханаға эләгеүе ауыр булыуын ул үҙ миҫалында яҡшы белә. 2018 йылда киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында медицина хеҙмәткәрҙәре менән әүҙемерәк эшләргә, уларҙы ым-ишара теленә өйрәтергә ҡарар итә. Әлегә проектҡа алты табип ҡушылған.


Хеҙмәт баҙарында сурдотәржемәселәр етмәй. Минеңсә, әгәр мөмкинлек булһа табиптарҙы уҡытырға кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы: эш графиктары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, күптәр ым-ишара телен өйрәнергә теләк белдерә. Үҙем эшләгән 13-cө ҡала клиник дауаханаһында ла белгестәргә төрлө лекция-тренингтар ойоштороп, ым-ишара телендә аралашырға өйрәтәбеҙ. Ишетеү һәләте насар булған пациенттар яғынан да уларға ҡарата ышаныс артты.

Зилә Басирова, Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһының 1-се поликлиникаһы белгесе

Зилә Басирова ишетеү һәләте буйынса инвалидтарҙың тормошон яҡшыртыу, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу йүнәлешендә тағы ла бер проект алып бара. Автомобиль йөрөтөү буйынса инструкторҙарҙы ла ым-ишара теленә өйрәтә. Һуңғылары үҙ сиратында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эште көсәйткән

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ