Шаран районы Иҫке Теләүле ауылында йәшәгән Фәкил Сөнәғәтуллин ағастан төрлө әйберҙәр яһай


Килемле хобби. Шаран районы Иҫке Теләүле ауылында йәшәгән Фәкил Сөнәғәтуллин ағастан төрлө әйберҙәр яһай. Уның коллекцияһында өҫтәл, ултырғыстар, эскәмйәләр бар. Йүкә, имәндән башҡа, оҫта эпоксид ыҫмала һәм башҡа материалдар файҙалана. Факил Сөнәғәтуллиндың ҡул эштәре айырым зауыҡ, юғары сифат менән айырылып тора. «Бөтә рәсемдәрҙе лә ул үҙе уйлап таба, илһамды тәбиғәттән ала. Һөнәре буйынса ул иҙән һалыусы, хаҡлы ялда иһә ағас һырлау тураһында бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра башлай.

Факил Сөнәғәтуллиндың ҡулынан килмәгән эше юҡ: өйөндәге канализация, мейес, теплица кеүек бөтә уңайлыҡтарҙы ла ул үҙе эшләгән. Ихатаһында бассейн да ҡаҙып ҡуйған. Тормош иптәше менән бергә баҡса үҫтерә, бал ҡорто үрсетә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ