Малайҙар командалары Саҡмағош аренаһында сәмле уйында көс һынашты. Беренсе урынды район командаһы «Ястребы», икенсене Өфөнән «Салауат Юлаев» һәм өсөнсө урынды баш ҡаланан Марат Азаматов мәктәбе командалары яуланы. Саҡмағош районында тәүге хоккей коробкаһын 1968 йылда мәктәп уҡыусылары менән физкультура уҡытыусыһы Фиҙрәт Ғимаев төҙөгән. Ә инде 2016 йылдың декабрендә районда заманса йыһазландырылған Саҡмағош-Арена боҙ майҙаны асылған. Спортсылар өсөн йыл әйләнәһенә күнекмә һәм боҙ өҫтөндә турнир үткәреү өсөн шарттар булдырылған.



