Баймаҡ районының Аҡморон ауылында патриотик спорт сараһы үтте


Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә мәҙәни, спорт саралары ла ойошторола. Баймаҡ районы Аҡморон ауылында уҙған волейбол турниры илһөйәр командаларҙы йыйҙы. Был хаҡта киләһе сюжетта.

Волейбол буйынса асыҡ турнирға Аҡморон ауылына 50-нән ашыу спортсы йыйылды. Күрше ауылдарҙан 7 ир-егеттәр һәм 4 ҡатын-ҡыҙҙар командаһы тупланды. Уларҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сәләмләне.

Волейбол буйынса беренсе урынды һәм абсолют еңеүсе кубогын аҡморон уҡыусылары командаһы яуланы. Икенсе урында - Ҡаратал ауылының ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы, өсөнсөгә Аҡморон ауылы волейболсылары сыҡты.

Ярыштың төп уйыны урындағы мәҙәниәт йортонда үтте. Бинала 39 йыл эсендә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Был мәсьәләне ауыл халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ярашлы төҙөкләндерергә ниәтләй.

Аҡморон ауыл биләмәһендә киҫкен проблемалар байтаҡ. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу ауыл халҡы өсөн уларҙың ҡайһы берҙәрен хәл итеү мөмкинлеге бирәсәк. Һәм был юҫыҡта уларҙың тәжрибәһе лә бар. 2024 йылда проект ярҙамында урындағы мәктәп ремонтланған.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ