Уҙған йыл Башҡортостан Гарантия фонды ярҙамында 225 эшҡыуар бизнесҡа 5 миллиард һумға яҡын кредит сараларын йәлеп иткән. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” проекты барышында 43 муниципалитетынан эшҡыуарҙарға гарантиялы ярҙам күрһәтелде. Мөрәжәғәт иткән төп клиенттар – ауыл хужалығы, сауҙа, етештереү, шулай уҡ төҙөлөш өлкәһендә мәшғүл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, - тип белдерә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Быйыл гарантия фонды ярҙамында Республикала Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа 3 миллиард ярым һум ярҙам күрһәтеү ҡарала.
Йәрмәкәйҙә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" осрашыуҙарында былтыр 19 эшҡыуарға финанс ярҙамы күрһәтелгән, тағы ла 19 кеше мөлкәт ярҙамы алған. 18 йүнселгә консультация бирелгән, дүртәүһенә башҡа төрлө ярҙам күрһәтелгән. Район хакимиәте белгесе Энже Шафикова һөйләй.




