Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә һайлау үҙәгендә ошо турала белдерҙеләр. Бында бер тәүлек эсендә контрактҡа ҡул ҡуйырға була. Пункт “бер тәҙрә” тәртибендә эшләй. Кандидаттарҙың һаулығын ундан ашыу табип тикшерә. “Яҡындарыбыҙ миҫалында Ватан һағына баҫырға булдыҡ”, - ти алғы һыҙыҡҡа барырға ҡарар иткән ир-егеттәр.
Хәрби хеҙмәткә һайлау үҙәгендә 3 тапҡыр бушлай ашатыу ойошторолған. Банк хеҙмәткәрҙәре “Мир” картаһын тапшыра. Суд приставтары бурыстарға бәйле мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтә. Үҙәк хеҙмәткәре Фәдис Солтанов:
Хәрби хеҙмәткә бәйле һорауҙар буйынса Ситуация үҙәгендә белешмә алырға мөмкин. Бәйләнеш телефоны: 122.




