Баймаҡ ваҡиғаларына теүәл бер йыл

17 ғинуарҙа район суды алдына йыйылған халыҡ бинаға үтеп инергә маташып низағ сығара. Хоҡуҡ һаҡлау структуралары менән тартҡылашыу, уларға ҡаршы көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә байтаҡ кеше ҡулға алынды. Хәйер, унда ниҙәр булғаны барыһына ла мәғлүм. Был ваҡиғалар тотош башҡорт йәмғиәтенә уртаға ярылыу менән янаны. Был көрсөктө нисек еңдек һәм киләсәктә бындай хәлдәргә юл ҡуймау өсөн ни эшләргә? Белгестәр фекере.

Ҡалҡанға һуғылған йән өшөткөс суҡмар тауыштары, ығы-зығы, тартҡылаш, илаш. Баймаҡта булған был хәлдәр хәҙер ҡурҡыныс төш кеүек кенә иҫтә ҡалған. Ләкин барыһы өсөн дә түгел. Район суды бинаһына баҫып инергә маташыу күптәрҙең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртте. Бәғзеләр ҡулға алынды һәм улар хәҙер суд бинаһының эске яғында.

Был ваҡиғаларға бер йыл ваҡыт үтте. Ләкин ҡулға алыныусыларҙың яҙмышы әлегәсә билдәһеҙ. Сыуалыштарҙа Ренатаның ике ҡустыһы ҡатнаша. Уларҙы Баймаҡҡа ҡотортоп алып барыуҙары көн кеүек асыҡ ине, ти Рената.

Белгестәр был көндө тотош башҡорт халҡы тарихында көрсөклө мәл, тип баһалай. Йәмғиәткә мәғлүмәт технологиялары үҫешкән замандың бар хәүефе менән осрашырға тура килде. Халыҡты урамға сығарыу маҡсатында социаль селтәрҙәр аша ҡотҡо һалыуҙар, вируслы роликтар таратыу, йәлләтеүҙәр һәм хатта ҡурҡытыуҙар. Бола сығарыусылар барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә файҙаланды. Психологтар әйтеүенсә, социаль селтәрҙәр мәкерле кешеләр өсөн ҡот осҡос ҡорал һәм ябай кешеләргә ҡармаҡҡа эләкмәҫ өсөн уяу, хоҡуҡи йәһәттән аңлы булыу шарт.

Күрәһең, ҡулға алыныусыларға был ҡағиҙәләрҙе еткереүселәр, уйланырға өндәүселәр булмаған . Ә бит уларҙың байтағы күп балалы ғаилә башлыҡтары. Һөҙөмтәлә балалар атайһыҙ үҫә , ә ҡатындар донъя йөгөн бер үҙе тартырға мәжбүр. Йәғни, ҡотҡо һалыусылар йәмғиәттең нигеҙе - ғаилә ныҡлығына шына ҡаға.

Эксперттар фекеренсә, Баймаҡтағы ваҡиғалар ябай низағ түгел, ә экология мәсьәләләренә йәшеренеп экстремистик эшмәкәрлек алып барыу өсөн төплө уйланып эшләнгән операция. Милләтселәрҙең йоғонтоһона, ҡотҡоһона бирелеп ығы-зығыла ҡатнашыусыларҙың күптәре лә үҙҙәренең тирә-яҡ мөхит һағына баҫыуына инанған.

Йәнәһе лә, ҡар бәрешеү уйын ғына. Ләкин закон менән уйын барып сыҡмай. Ҡар йомарламы тора-бара ҙурайып көс етмәҫлек өйөмгә әйләнде. Уймаҡҡа әйләнгән уйындан инде уны ойоштороусылар ғына ҡотола алды. Ҡотҡо һалыусылар сөнки сит илдәрҙән эш итә. Улар был мәкерле уйындарын артабан да дауам итәсәк. Күптән түгел генә Бөрйән районында империя әләме менән фотоға төшөп шулай уҡ хаҡһыҙ рәүештә тәнҡит баҫымында ҡалыусы егеттәр тарихы ла ошоға дәлил.

Был аңлашыла, хәҙер өлкән быуын вәкилдәре күпкә аңлыраҡ, хоҡуҡи йәһәттән белемлерәк һәм Баймаҡ ваҡиғаларына оҡшаш ҡотҡоға бирелмәйәсәк. Шуға күрә улар нығынып өлгөрмәгән йәштәр тойғоларында уйнарға маташа. Шуға күрә киләсәк быуынды яҡлау, ситтәр йоғонтоһонан ҡурсалау, йәмғиәттең бөтөнлөгөн һәм именлеген тәьмин итеү һәммәбеҙҙең бурысы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ