Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ул бөтә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүҙе билдәләп, Белореттың төҙөкләндерелгән паркын, Ялтаның үҙәк майҙанын, Тамань, Покровск һәм Геленджик яр буйҙарын өлгө итеп ҡуйҙы. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә йәмғеһе 8 мең самаһы биләмә төҙөкләндерелгән. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты ярҙамында 2030 йылға тиклем 30 мең йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү һәм бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе 1 мең 600-ҙән ашыу проектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға 360 миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған.



