Республикала яҡынлашып килгән сатлама һыуыҡтар һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙә дәрестәр туҡтатылыуы ихтимал


Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Метеорологтар фаразлауынса, яҡын арала төбәктә һауа температураһы түбәнәйеүе көтөлә. Шуға ла ауыл ерендәге башланғыс кластар - 23, ҡалала - 25, 5-9 кластар - ауылда - 25, ҡалала 27, өлкән кластар ауылда - 30, ҡалала 32 градусҡа тиклем һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

Балалар дәрескә килгән осраҡта, уларҙың иҫәбенә ҡарамайынса, уҡыу процесы ойошторолорға тейеш. Бынан тыш, уҡыу бүлмәләрендә һауа температураһын контролдә тотоу мөһим. Сатлама һыуыҡтарҙа физкультура дәресен саф һауала үткәреү кәңәш ителмәй. Дәрестәргә йөрөүҙе туҡтатыу тураһында ҡарарҙы һәр мәктәп һауа шарттарын иҫәпкә алып үҙаллы ҡабул итә. Министр шулай уҡ уҡыу йорттары хакимиәттәренә биналарҙа йылылыҡ режимын контролдә тотоуҙы ойоштороу бурысы менән мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, уҡыу биналарында һауа температураһы санитар нормалар буйынса 18 градустан түбән булырға тейеш түгел.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ