Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранттары роботты башҡортса һөйләшергә өйрәткән


Тимер ярҙамсының телмәр һүҙлеге әлегә ҙур түгел, тик ғалимдар уны камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Киләсәктә иһә ул Евразия кампусында башҡортса экскурсиялар ойошторорға тейеш, тигән маҡсат ҡуйылған. Роботтың башҡа һәләттәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова таныштыра.

Әлегә акцент менән булһа ла, башҡортса һөйләшә. Нефтик исемле робот телде өйрәнә генә әле. Русса иһә иркен рәүештә һорауҙарға яуап бирә ала. Нефть университеты, республика тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән бүлешә ала. Уның һәләттәре бының менән генә сикләнмәй: ул бейергә лә оҫта.

Нефтик кампус хеҙмәткәрҙәрен йөҙгә таный, һөр береһенә исемләп өндәшә. Аспиранттар өсөн ул тимер дуҫ һәм ярҙамсыға әйләнгән. Робот ике йыл элек «Өҫтөнлөк - 2030» программаһы буйынса һатып алынған. Нефтик VR технологиялар һәм робототехника лабораторияһында яңғыҙ түгел. Ябайыраҡ булһа ла, башҡа роботтар ҙа бар. Уларҙы университет студенттары яһай.

Лабораторияла роботтар йыйыу менән балалар ҙа шөғөлләнә. Улар өсөн айырым белем биреү дәрестәре ойошторолған. Нефтикка килгәндә, ул яңы башҡорт һүҙҙәрен өйрәнә һәм кампус ҡунаҡтарын фән донъяһы менән таныштырырға әҙер.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ