Бөгөн Рәсәйҙә инженер ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Үҙәк хәрби округтың 12-се айырым гвардия инженер бригадаһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Был подразделениеның данлы тарихы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында башлана. 80 йылдан ашыу республикабыҙ һалдаттары һәм офицерҙары намыҫ менән хеҙмәт итә. Ә бер йыл элек Рәсәй Президенты указы менән 12-се бригаданың шәхси составы махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Жуков ордены менән бүләкләнә. Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙе ихлас ҡотлайым һәм киләсәктә еңеүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Һаулыҡ һәм тиҙерәк өйгә ҡайтыуҙарын теләйем - тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.



