Махсус хәрби операция башланыу менән «Беҙ бергә» девизы менән тылда халыҡ берләште


Баймаҡ районы халҡы һалдаттарға ярҙам итеүҙе бер минутҡа ла туҡтатмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡта «Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» республика ирекмәндәр үҙәге филиалы әүҙем генә эш башланы. Бөгөн район ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн йылы толстовкалар, шапкалар тегә. Мерәҫ ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Айһылыу Дауытбаева менән китапханасы Рафиға Ғазина ла был эшкә дәртләнеп тотондо.

Мерәҫ ауыл китапханаһында ваҡытлыса ялға ҡайтҡан «Сөләймән» һәм «Батыр» позывнойлы яугирҙар менән осрашыу ҙа үтте. Уларға уңған ҡатын-ҡыҙҙар теккән йылы толстовка һәм башҡа ирекмәндәр әҙерләгән балаклава, ямғырҙа кейер өсөн плащ, йомшаҡ носилкалар, бәләкәй сумкалар, шлем аҫтынан кейергә түбәтәй, бетеүҙәр тапшырылды.

Ирекмәндәр әҙерләгән һәр бер әйбер изге уй менән, яугирҙәргә иҫәнлек-һаулыҡ теләп, күңел һәм ҡул йылыһы һалып башҡарыла. Мерәҫ ауылы халҡы әле булһа ла маскировкалау селтәрҙәре үреү эшен дауам итә. Яугирҙәр яҙмышына битараф булмағандар гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ