«Белый» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә шатлыҡлы яңылыҡ – улы тыуҙы

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итеүсе «Белый» ҡушаматлы яугирҙың улы тыуған. Атай кеше фронтта булғанлыҡтан Бала табыу йортонан сабыйҙы «Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитеты ағзалары ҡаршы алды.

Владислава Белова дүртенсегә әсәй булды. Сабыйы тыуғас та ул фронттағы иренә шылтыратып һөйөнсөләгән. Тормош иптәшем ҡыҙ көткәйне, ләкин малай алып ҡайтам. Атаһына терәк , уға оҡшап Ватан һаҡсыһы булыр, ти әсә. Хатта яңы тыуған сабыйына ла биләүҙе ул хәрби төҫтәрҙән һайлаған.

Хәйер, табиптар Владиславаны ҡыҙ артынан тағы килергә саҡырҙы. Перинаталь үҙәктә әсәйҙәргә барыһы ла шат. Махсус хәрби операция яугирҙары ҡатындарына айырыуса иғтибар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ