Әле һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында файҙаланыуға тапшырыу өсөн әҙерлек эштәре генә бара. Медицина ҡорамалдары урынлаштырылған һәм операция яһарға әҙер.
Яңы хирургия үҙәге сафҡа инеү менән кардиология үҙәге тотош илдә иң ҙуры буласаҡ. Бында сменаһына ғына 320 пациентты ҡабул итеү мөмкинлеге бар. 135 урынға иҫәпләнгән ун ҡатлы бинаға йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау һәм операциялар уҙғарыу өсөн иң һуңэғы технологияларға нигеҙләнеп эшләнгән ҡорамалдар ҡуйылған.



