Милләт һәм конфесссия-ара татыулыҡ өлгөһө. Бөрйән районының төрлө милләт халыҡтары йәшәгән Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл әле күмәк эштәрҙән, төрлө сараларҙан гөрләп тора. Урында спорт ярыштары ла, мәҙәни программалар ҙа, патриотик рухтағы кисәләр ҙә ойошторола. Бай тарихлы Ырғыҙлы халҡы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Утарҙар, Бүгәсәү менән Салауат батырҙың яу эҙҙәре, баҡыр иретеү заводы. Бөрйән районы үҙәгенән 50 километр алыҫлыҡта, мөһабәт тауҙар, ҡуйы урмандар ҡосағында урынлашҡан Ырғыҙлы бай тарихлы ауыл. Уға нигеҙ һалыныу Вознесенка баҡыр иретеү заводы төҙөлөү менән бәйле, бында эшселәр күпләп төпләнә. Заводтың баҡыр ятҡылыҡтары табылмаған ерҙә төҙөлөүенә ғәжәпләнәһе түгел. Иң мөһиме төбәк урманға бай. Ә бер бот баҡырҙы иретеү өсөн 16 сутый ағас ҡырҡырға кәрәк була.
Завод 20 йыл тирәһе генә эшләп ҡала. Крәҫтиән һуғышы ваҡытында ул емерелә. Әммә халыҡ хозур тәбиғәт ҡосағын ташлап китергә ашыҡмай. Һәм быуаттар дауамында төрлө милләт, дин вәкилдәрен Ырғыҙлы ауылына һөйөү берләштерә. Бында тәбиғәтте, спортты яратҡан, сәләмәт тормош алып барған халыҡ йәшәй. Хатта ауылдағы катоктың уртаһына «Айыҡ ауыл» конкурсының симоволы уйылған.
Ырығыҙлылар «Айыҡ ауыл» конкурсына дәррәү ҡушылған. Күмәкләп ауылда асылған табип амбулаторияһы биләмәһен тәртипкә килтергәндәр, зыяраттың кәртәһен яңыртҡандар. Мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары ла был башланғысҡа ихлас ҡушылған. Халыҡ фәһемле осрашыуҙар, концерт программалары ойоштороу менән бер рәттән, махсус хәрби операция яугирҙарына ла даими ярҙам итә.
Ырғыҙлы «Башҡортостан» милли паркы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы янында урынлашҡан. Ысын мәғәнәһендә ожмах мөйөшө. Шуға күрә ауылда төпләнгән йәштәр ҙә байтаҡ. Ырығыҙлының киләсәге өмөтлө, ти улар.
Ырғыҙлыны милләт-ара, дини татыулыҡ сағылышы тип әйтергә мөмкин. Ауылда сиркәү эшләй, «Атайсал» проекты буйынса яңы, күркәм мәсет һалынған. Был изге эшкә ерле халыҡ та, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа ихлас ҡушылған. Иман йорто хәҙер бар ауылға йәм, ҡот биреп ултыра.
Рәмзиә Кәримова



