Федераль ҡаҙнаға миллиард һумға яҡын йүнәлтелгән. Республика ҡаҙнаһы 445 миллион һумға урман аҡсаһы менән тулыланған. Был 2024 йылға билдәләнгән пландан 34процентҡа күберәк. Табыштың ҙур өлөшө биләмәләрҙе ҡуртымға биреүҙән алына, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан.




