Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре Брайль шрифы менән нәшер ителә

Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы әҙерләгән проект Президент гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Уға ярашлы, һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн композиторҙар әҫәрҙәренең нота-музыка баҫмаларын уҡыу мөмкинлеге булдырыла. Был уларҙың музыкаға һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Брайль шрифы менән нәшер ителгән баҫмалар Башҡортостанда 14 уҡыу йортона  тапшырыласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре Брайль шрифы менән нәшер ителә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ