Һәр ауылда эш ҡайнай. Маскировка селтәрҙәре үрелә, блиндаж шәмдәре яһала, кәрәк-яраҡ туплана. Әйберҙәр алғы һыҙыҡтағы яҡташтарҙың һорауы буйынса ебәрелә. Ватан һаҡсыларына тәғәйенләнгән йөк Ҡырғыҙ Миәкәләге штабҡа оҙатыла.
Ирекмәндәр яугирҙарҙан даими рәхмәт хаты алып тора. “Һалдаттар фронттан трофейҙар ебәрә”, - ти коммерция булмаған ойошма директоры Луиза Әхмәтшина.




