Бөгөн Башҡортостанда яңыртылған 50 халыҡ мәшғүллеге үҙәге эшләй, быйыл тағы ла төҙөкләндерелгән 18 учреждение асыла. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙған.
Былтыр республика Рәсәйҙең 12 субъекты менән бер рәттән кадрҙар үҙәктәрен комплекслы яңыртыуҙың икенсе тулҡынына инде. Эш 2019 йылда «Демография» милли проекты буйынса башланды. Ул ваҡытта «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәре барлыҡҡа килде, улар ғәҙәти мәшғүллек үҙәктәренән ҡәтғи айырыла. Бында заманса ремонт, фирма стиле, ә иң мөһиме - халыҡты эшкә урынлаштырыуға шәхси ҡараш тыуҙырылған. Шуныһы мөһим, клиенттарға хәҙер ҙур хеҙмәттәр комплексын алырға мөмкин. Улар менән йәш әсәләр, пенсионерҙар һәм пенсия алды хеҙмәткәрҙәре, йәш белгестәр, инвалидтар, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар һәм үҙ бизнесы өсөн эш йәки хеҙмәткәр эҙләүселәрҙең башҡа категориялары файҙалана ала. Дөйөм алғанда, беҙ кешенең эш эҙләүгә сарыф иткән ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм эшкә урынлашыу кимәлен күтәреү бурысын ҡуябыҙ. Тәүге һөҙөмтәләр бар, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.




