Өфөнөң Нуғай ауылында күп функциялы үҙәк асылды


Заманса талаптарға яуап биргән үҙәк Рощинская урамы 15\5 адресы буйынса эшләй. Офиста 450-нән ашыу муниципаль һәм дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү өсөн өс тәҙрә ойошторолған. Урындағы халыҡ Өфө үҙәгенә йөрөмәй документтар менән бәйле хеҙмәттәрҙе Нуғай ауылы биләмәһендә башҡара ала.

Өфөнөң Октябрь районына ингән Нуғай ауылында 21 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Йылдам үҫешкән биләмәлә күп функциялы үҙәк филиалын ойоштороу көн талабы. Былтыр офис филиалдары Михайловка, Чесноковка ауылдарында эшләй башланы. Апрелгә тиклем яңы үҙәк Стәрлетамаҡ районында ла асылыр тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ