Республикала Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы заявкалар ҡабул ителә


Күпселек район-ҡалалар конкурс комиссияһына тәҡдим итәсәк проекттарҙы һайлаған. Ейәнсура районының Ишемғол ауылы урындағы Еңеү паркын төҙөкләндермәксе.

Проект буйынса 30 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнап асылған обелискты яңыртыу күҙаллана. Шулай уҡ яугирҙарҙың исем-шәрифтәре менән гранит плитәләр, эскәмйә һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу ҡаралған. Быға тиклем биләмәлә сик һаҡсылары, диңгеҙселәр һәм десантсыларға ла стела асылған, быйыл был эстафенаны танкистар дауам итеп, яңы объект булдырырға теләк блдергән. Урындағы башланғсытарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу сиктәрендә Яңы Себенле ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа зыяраттар кәртәләнгән, мәҙәниәт йорттарына капиталь ремонт яһылған, балалар майҙансығы сафҡа ингән.

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында Башҡорт Үргене ауылы ла ҡатнаша. Бында трактор өсөн өҫтәмә ҡоролмалар һатып алыу мәсьәләһе күтәрелгән. Быға тиклем ошо урындағы мәҙәниәт йортона яңы ултырғыстар, сәхнә костюмдары һатып алынған. Йәмғеһе, 10 йыл эсендә республика, район һәм халыҡ ярҙамында ейәнсуралар төрлө көнүҙәк мәсьәләлрҙе хәл иткән. Былтыр ғына 16 миллион һумлыҡ 14 проект тормошҡа ашырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ