Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы Диана Гәрәева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй. Бүләкте ҡулына алған алғы һыҙыҡтағылар ябай ғына уйынсыҡтарҙа өй йылыһын тойоуын билдәләй. Уларҙы бетеү итеп кеҫәләрендә лә йөрөтә. Ҡыҙ бәйләмдәрҙе былтыр бәйләй башлаған. Ырғаҡ менән оҫта эш итергә уны әсәһе өйрәткән.
Уйынсыҡтарҙың береһе «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан «Йосоп» ҡушаматлы яугирға эләккән. Сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы ялында хәрби мәктәп уҡыусыһына рәхмәт әйтеп, үҙе лә бүләк яһай - һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар килтерә. Диана тәүге картинаһында республика тәбиғәтен һүрәтләй.



