Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә


«Салауат Юлаев» кубогы өсөн илдең төрлө төбәктәренән 14 команда дәғүә итә. Тәүге көндә спортсылар уҡыу башняһына баҫҡыстан ваҡытҡа күтәрелһә, бөгөн «ике алыш» ойошторола. Шулай уҡ программа буйынса «ҡаршылыҡтар һыҙаты»н үтергә ҡалған. 138 ҡатнашыусы араһында спорт мастерҙары күп булғанға, ярыш та көсөргәнешле бара.


Башҡортостан командаһы ярты йыл дауамында ярышҡа етди әҙерлек алып барҙы. Яңы йыл алдынан Екатеринбургҡа барып, күнекмәләргә анализ яһаныҡ. Унан һуң Чечен республикаһы командаһы менән берлектә йыйында ҡатнаштыҡ. Ярыштың тәүге көн һөҙөмтәләре буйынса башҡарылған эштең уңышлы булыуын күрәбеҙ.

Хәмит Абдулов, янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Бөтә рәсәй ярыштарында ҡатнашыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ