Бөгөн көндөҙ Түбәнге Тирмә ауылында урынлашҡан ағас йортта янғын сыға. Утҡа ҡаршы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Шишмә янғын һүндереү командаһы ирекмәндәре көрөшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшергәндә 3 ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле ваҡытта янғын сәбәптәре һәм ваҡиға шарттары асыҡлана.



