Сатлама һыуыҡ көндәрҙә Өфө районы Шамонин ауылы халҡы утһыҙ ҡалған


Һепертмә буранда һәм ҡараңғы йортта ҡалған кешеләргә баш ҡала үҙәге, күрше ауылдағы туғандарында ҡунырға килгән осраҡтар ҙа теркәлгән. Уҙған тәүлектә Шамонин ауылы мәктәбендә дәрестәр ҙә дистанцион форматта ойошторола, балалар баҡсаһы эшләмәй. Ут һүнеү сәбәптәре менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды

Шамонин ауылында йәшәүсе Гөлсинә Хәйретдинова ун айлыҡ ҡыҙы менән күрше биләмәләге туғандарында ҡунырға мәжбүр булған. Ауылда һуңғы көндәрҙә ут һүнеп, һыуыҡ йортта ҡалыу мөмкин булмай. Тыштағы сатлама һыуыҡтарҙа Хәйретдиновтарҙың өйө тиҙ һыуына, йортта төндә 16 градус була.

Шамонин ауылында йәшәүселәр өсөн ут һүнеүе күптән баш бәләһенә әйләнгән мәсьәлә.Ҡыш көнө көслө ел, буран сыҡҡанда ҡасабала электр линиялары йыш ҡына сафтан сыға. Ярты тәүлектән ашыуға утһыҙ ҡалған граждандарҙың электр ҡаҙанлығы, йылытыу приборҙары, көнкүреш техникаһы зыян күргән осраҡтар ҙа бар. Уҙған тәүлектә лә Шамонинда балалар баҡсалары эшләмәй, мәктәптә беренсе сменала уҡыусылар өсөн дәрестәр дистанцион форматта ойошторола.


Ут һүнеүгә бәйле беренсе смена уҡыусылары дистанцион форматта, алдан әҙерләнгән материал буйынса уҡыны. Икенсе сменаға уҡыусылар өсөн дәрестәр ҡәҙимге режимда ойошторолдо.

Зилә Нурыева, Шамонин ауылы мәктәбе директоры

«Төбәк электр селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәтендә ут һүнеү осрағы ҡабатланмаһын өсөн эш башланған. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәре һәм эҙемтәләре техник тикшереү тамамланғас асыҡланасаҡ.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ