Ә Бөрйән районының Аҫҡар ауылы биләмәһе «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашып ауыл зыяратының кәртәһен яңыртырға ниәтләй.
Аҫҡар ауылы биләмәһе социаль проектта әүҙем ҡатнаша. Ошо программа буйынса Исламбай мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән, янғын һүндереү техникаһы алынған, урамдарға яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Асҡарҙа балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән. Ауыл биләмәһе быйыл да проекттан ситтә ҡалырға уйламай, Урындағы башланғыстарҙы хуплау иң халыҡсан һәм һөҙөмтәле программаларҙың береһе. Иң мөһиме төҙөлөш йәки төҙөкләндерелеү талап ителгән объектты ерле халыҡ үҙе һайлай һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.



