Проекттан маҡсатҡа: уҡыусыларҙың идеялары яңы мөмкинлектәр аса


Ейәнсура районы белем усаҡтары «Мәктәптәрҙе инициативалы бюджетлау проекты» буйынса республика райондары араһында рекорд ҡуйған. Төрлө проблемаларҙы хәл итеүсе 12 проект грант алыуға өлгәшкән. Киләсәккә лә маҡсаттар юғары. Әле үк райондың барлыҡ 18 мәктәбендә проекттар яҙыу, уларҙы яҡлау этабы бара. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

11-се класс уҡыусыларын яуаплы осор - Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу көтә. Быға ентекле әҙерлек уңыштың яртыһы, тигән фекерҙә Айсын Хәлитова. Сығарылыш класында уҡыған ҡыҙ класташтары менән интернет аша төрлө һынауҙар үтә. Быға «Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау» проекты сиктәрендә асылған информатика кабинеты бик уңай.

Таҙлар ауылы мәктәбендә 141 уҡыусы белем ала. Быйыл да улар проекттары менән «Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау» конкурсында үҙ көсөн һынап ҡарарға теләй. Был юлы уҡыусылар командалары тарафынан бер нисә идея тәҡдим ителгән. Әле уларҙы мәктәп етәкселеге алдында яҡлау бара.

Беренселәр был мәктәпте тамашалар залһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Былтырғы уҡыу йылында өлкән синыф уҡыусылары саралар үткәреү өсөн зал булдырыуға, уны йыһазландырыуға өлгәшә.

Киләсәк кабинеты ниндәй булырға тейеш? Һорауға яуапты Башҡорт Үргене ауылы мәктәбе уҡыусылары эҙләй. Улар командаларға бүленеп, быйыл республика кимәлендә тәҡдим ителәсәк проект өҫтөндә эшләй.

Ә бына Иҫәнғол ауылының 3-сө мәктәбе тамашалар залы тураһында хыяллана ғына. Әле саралар элекке китапхана бүлмәһендә үтә. Быға тиклем белем усағында «Ер һәм уның серҙәре» проекты менән республика, район һәм бағыусылар ярҙамында заманса география кабинеты асыла.

Уҡыусыларҙан идея, республиканан ярҙам. Ейәнсура районы белем усаҡтары икенсе йыл рәттән «Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау проектында» әүҙем ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә балаларҙың 20- идеяһы тормошҡа ашырылған. Быйылғы уҡыу йылына ла маҡсаттар юғары.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ