Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сараның эшлекле өлөшөндә агросәнәғәт өлкәһен үҫтереү һәм экспорт мәсьәләһенә арналған пленар ултырыш була. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәл артында аралашыу ҡаралған. Форумда йыл да Рәсәйҙең 40-лап төбәгенән, һәм сит илдәрҙән 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Күргәҙмә 35-се тапҡыр ойошторола, быйылғыһы 18-21 мартта үтә.




