Радий Хәбиров халыҡ-ара умартасылар конгресында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

“Бөгөн республикала умартасылыҡҡа ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан бал етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғылар исемлегендә. Башҡорт балы Америка Ҡушма Штаттары, Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәргә һатыла”, - тине республика етәксеһе. 

Радий Хәбиров халыҡ-ара умартасылар конгресында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда умарталыҡтарҙы кооперативтарға берләштереү, ҙур хужалыҡтар төҙөү ҡарала. Умартасылар өсөн субсидиялар арта. Солоҡсолоҡто үҫтереү, башҡорт бал ҡортон һаҡлау, профессиональ кадрҙар әҙерләү төп бурыстарҙың береһе. Умартасылар форумы 25 ғинуарға тиклем дауам итә.

Фото №1 - Радий Хәбиров халыҡ-ара умартасылар конгресында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ