Башҡортостанда шәхси спорт мәктәптәре өсөн талаптар үҙгәрә

Республика парламентында ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, дәүләт һәм муниципаль мәктәптәрҙә  юғары белемле спортсы-профессионалдар ғына эшләй ала. Шәхси мәктәптәрҙә тренерҙар составы буйынса талап ҡуйылмаған. Уларҙан хатта хөкөм ителмәүе тураһында белешмә һорамайҙар. Шуға был өлкәлә тәртип урынлаштырырға, "спорт мәктәбе" тигән төшөнсәне дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа ғына ҡулланырға тәҡдим ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда шәхси спорт мәктәптәре өсөн талаптар үҙгәрә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ