“Экология” милли проекты буйынса урман хужалыҡтарына 700 берәмек транспорт алынған. Бының өсөн 400 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, уҙған йылда Башҡортостанда 35 гектар урман биләмәһе янған.




