Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары яугирҙарға ярҙам күрһәтеүҙә өлгө күрһәтә


Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн блиндаж шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләй. Фронттың алғы һыҙығына ебәрелгән ылау ир-егеттәргә тыуған яҡ сәләме лә алып бара.

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн блиндаж шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләй. Фронттың алғы һыҙығына ебәрелгән ылау ир-егеттәргә тыуған яҡ сәләме лә алып бара.

Яугир егеттәргә ярҙам итеү- изге бурысы. Хәрби патриотик айлыҡҡа әҙерлек йәһәтенән Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусылары блиндаж шәмдәре әҙерләй. Шайморатовсылар класы башлаған эште был юлы 10-сылар дауам итте. Эште бүлешеп алып, һәр кем үҙенең аныҡ бурысын үтәй. Ватан һаҡсыларына шәм йылыһын ғына түгел, ә йөрәк йылыһын да оҙатасаҡ улар.

Бынан тыш уҡыусыларҙың буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү маҡсатынан маскировкалау селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. 7 б һәм 8 а класы уҡыусылары махсус туҡыма ҡырҡырға өйрәнде, тиҙҙән уның өсөн станок та әҙер буласаҡ. Баймаҡ районының ветерандар советы ирекмәндәре Татьяна Назарова, Минзәлә Ямантаева, Фәрзәнә Хәсәнова, Көнһылыу Әхмәтова маскировка селтәре үреүҙең серҙәре менән уртаҡлашты.

Хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Уҡыусылар ҙа бәләкәй генә ярҙамдың да еңеүҙе яҡынайтауын яҡшы аңлай. Быға тиклем дә Баймаҡ лицей интернаты коллективы күп төрлө ярҙам әҙерләп оҙатты.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ