Уның буйлап мәктәп балаларын йөрөтәсәктәр. Экскурсия яҙыусының йәшәгән, эшләгән ере, уның исеменә бәйле билдәле урындар буйлап үтә. Маршрутта әҙиптең ижадына ҡағылышлы экспозициялар ҙа ойошторала. Был турала Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү сараларына арналған ултырышта хәбәр ителде.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә үткән кәңәшмәлә яҙыусының 100 йыллығын билдәләү буйынса фекер алышынды. Яҙыусының тыуған яғы Белорет районында, баш ҡалала үтәсәк саралар тәртибе ҡаралды. Юбилейға яҙыусының киң билдәле пенталогияһы -»Бөртөкләп йыйыла алтын « романы яңы форматта һәм тулайым бер биштомлыҡта сығарыласаҡ. Яныбай Хамматовтың ейәнсәре олатаһына халыҡ яҙыусыһы исемен биреү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Әйткәндәй, «Китап байрамы» быйыл тағы ла сағыуыраҡ һәм бай йөкмәткеле уҙыр тип көтөлә. Халыҡ-ара кимәлдәге йәрминкәгә әле үк әҙерлек башланған. Кәңәшмәлә сараны тағы ла байытыу һәм күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итеү мөмкинлектәре барланды. Гаджеттар дәүерендә киләсәк быуынды китап уҡыу мәҙәниәтенә ылыҡтырыу көн талабы, тип иҫәпләй Урал Килсенбаев.



