Профессиональ белем биреү ойошмалары араһында үткән ярыш Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Александр Юнаковский иҫтәлегенә арналды.
Александр Николаевичтың хеҙмәт эшмәкәрлеге республиканың физкультура хәрәкәте менән бәйле. Үҫмер йылдарында алған спорт оҫталығы уға совет армияһы сафында ла, унан һуң да тоғро хеҙмәт итә. Уның тәрән профессиональ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә олимпия чемпионы Әнүәр Ибраһимов ҙур спортҡа юллама ала, тиҫтәләгән уҡыусыһы спорт мастеры, СССР һәм Рәсәй спорт мастерлығына кандидат була. Александр Юнаковскийҙың хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында «Рәсәй йәшлеге» физкультура-спорт берекмәһе Өфөлә стритбол буйынса турнир ойошторҙо. Ярышҡа республика колледждары һәм техникумдарының иң көслө командалары йыйылды.
Стритбол 1950-се йылдарҙа Америкала барлыҡҡа килгән. Ябай баскетболдан ул спортсылар һаны һәм уйын зонаһы менән айырыла. Йәғни, командалар майҙандың яртыһында уйнай һәм тупты бер кәрзингә ташлай. Республикала һуңғы йылдарҙа ғына популярлыҡ ала барған спорт төрө менән бөгөн профессиональ белем биреү йорттары әүҙем шөғөлләнә. Турнир һөҙөмтәләре буйынса егеттәр араһында Нефтекама нефть техникумы, ә ҡыҙҙар командалары араһында Өфө күп профилле һөнәри колледж беренсе урындарҙы яуланы.



