Яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре һәм костюмдары үрә, йылы юрғандар тегә, окоп шәмдәре яһай. Ирекмәндәр ошо көндәрҙә Донбасҡа юлға сыҡмаҡсы.
Был әйбер тактик браслет тип атала. Уңайлы булһын өсөн ирекмәндәр уны тығыҙ итеп үрә. Фронтта яугир уны бер нисә секундта һүтеп, 5 метрлыҡ ныҡлы бау итеп файҙалана ала. Браслеттан тыш, ирекмәндәр окоп шәмдәре, маскировка кастюмы, юрған һәм маскировка селтәрҙәре эшләй. Бөгөн хәрәкәт меңләгән кешене берләштерә.
Селтәрҙәр өсөн таҫмаларҙы киҫеү станогын Фәнис Хәйретдинов үҙ ҡулдары менән яһаған. Маскировка әйберҙәрен үреүгә ул башҡа ауылдар халҡын да өйрәтә. «Бетеү»ҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә 1200 селтәр ебәргән. Йыр аҫтында эш йылдам бара.
Бөтә етештерелгән әйберҙәр берҙәм үҙәккә оҙатыла. Ошонда уҡ халыҡ килтергән кейем-һалым, дарыу, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, генераторҙар туплана. Тик әйберҙәр кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай, яугирҙар өсөн аҙна һайын тиерлек ебәрелеп тора.
Октябрьскийҙа йәмғеһе 6 гуманитар ылау туплау пункты булдырылған. Уларҙың береһе ҡала мәҙрәсәһендә урынлашҡан. Бында килеүселәр һалдаттар именлеге өсөн доға ҡылырға ла онотмай.
Ошо аҙнала тупланған гуманитар ылау һалдаттарға яҡын арала ебәреләсәк. Ирекмәндәр уны үҙ ҡулы менән Донбассҡа илтә. Ҡурҡыу юҡ, сөнки улар аңлай: тыл берҙәм булғанда, фронт та көслөрәк.
Рәзилә Ғилметдинова



