Был турала бөгөн Радий Хәбиров Попечителдәр советының эш йомғаҡтарына арналған ултырышында белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ һүҙ үҙенсәлекле проекттарға Республика башлығы гранттарын алыу, геопарктар эшмәкәрлеге, киләсәккә маҡсаттар тураһында барҙы. Төп бурыстар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Боронғо Урал легендалары, студенттарҙың илһөйәрлек квесты, география уҡытыусылары конкурсы. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан тыуған яҡты өйрәнеү, тәбиғәтте, экологияны һаҡлау буйынса мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле проекттар тормошҡа ашырыла. Уларға Республика башлығы гранттары бирелеүе һөҙөмтәне күпкә арттыра.
Башҡортостан төбәк бүлексәһе әлеге ваҡытта илдең иң һөҙөмтәле эшләгән 10 бүлексәһе иҫәбенә инә. Республиканың һәр район-ҡалаһында ойошманың вәкилдәре бар, был эшкә география уҡытыусылары, экологтар, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр йәлеп ителгән.
Совет ултырышында геопарктар үҫеше тураһында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, әле «Торатау» геопаркына халыҡ-ара статус юллана. Урында визит-үҙәк асылған, тау башына уңайлы һәм хәүефһеҙ баҫҡыс һалынған. Сәнәғәт туризмы үҫтерелә. Мәләүез һәм Ишембай райондарында боронғо баҡыр иретеү заводтары реконструкциялана. Күсмә цивилизациялар музейы төҙөлә. Белгестәр фекеренсә, был йүнәлештәге эшмәкәрлек үҙен аҡлай. Мәҫәлән, иң тәүге булып асылған «Янғантау» геопаркында әле туристар ағымы артыуы күҙәтелә.
Ултырышта ойошманың әүҙем ағзаларына дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең коллегабыҙ, тележурналист, Рус география йәмғиәте ағзаһы Гүзәл Хәмитова ла бар. Гүзәл Сулпан ҡыҙы «Асҡын боҙ мәмерйәһе» проектының авторы ла, ул Башҡортостан тәбиғәтенең гүзәллеген тотош Рәсәй, хатта донъя кимәлендә таныта.
Радий Хәбиров ултырыштан һуң Рус география йәмғиәтенең музейын да ҡараны. Бында Башҡортостан төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеген сағылдырған үҙенсәлекле экспонаттар тупланған.
2025 йылда Рус география йәмғиәте оло юбилейын билдәләй. Ойошмаға нигеҙ һалыныуға 180 йыл тула. Тарихи дата айҡанлы Мәскәүҙең «Зарядье» паркында тантаналы сара уҙа. Фестивалдә Республика делегацияһы ла ҡатнаша.
Рәмзиә Кәримова




