Башҡортостан студенттар спорты өсөн өлгөлө төбәккә әйләнергә мөмкин

Башҡортостан студенттар спортын үҫтереү өсөн өлгөлө майҙансыҡҡа әйләнеүе ихтимал. Был турала Радий Хәбиров менән Советтар Союзы чемпиондары осрашыуында белдерҙеләр. Спортсылар әйтеүенсә, республикала һәр төр спортты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар, киң мөмкинлектәр булдырыла. Былтыр барлыҡҡа килгән ишеү слаломы, фехтование һәм көрәш үҙәктәре лә тотош илдә спортты юғары кимәлгә күтәрә. Радий Хәбиров баш ҡалала баскетбол һәм волейбол үҙәктәре төҙөтөү ниәтен дә белдерҙе.

Олимпия чемпиондары республикала ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса йәштәр командаһы ойоштороу тәҡдимен индерҙе. Команда барлыҡҡа килеүе мәктәптә был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәргә үҫеш өсөн стимул буласаҡ. Төбәк башлығы был ниәтте хупланы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ