Йәш белгестәргә миллион һум. Быйылдан Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы федераль бюджеттан да финанслана башлаясаҡ. Тимәк, бәләкәй ауылдарҙа юғары белемле белгестәр һаны тағы ла артасаҡ. Һуңғы 4 йылда ғына мәҙәниәт йүнәлешендә 150 йәш белгес дәүләттән матди ярҙам алған. Программала ҡатнашыу шарттары тураһында киләһе яҙмала.
Руфь Бикмаева Раевка балалар сәнғәт мәктәбендә өсөнсө йыл уҡыта. Әлшәй районы - уның әсәһенең тыуған ере. Ырымбур художество колледжын тамамлағас, йәш белгесте ауылға эшкә саҡыралар. Ауылда төпләнеүселәргә финанс ярҙам бүленерен дә белгәс, ул баш тартмай. Әйткәндәй, мәктәптә бығаса художество бүлеге булмаған. Дәүләттән бүленгән аҡсаны йәш уҡытыусы йорт төҙөүгә файҙаланып та өлгөргән.
Динар Хөсәйенов та тормошон сәнғәт менән бәйләгән. Әле ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты. Уҡыуын тамамлау менән, шулай уҡ тыуған Баймаҡ районына эшкә ҡайтмаҡсы. Был йәһәттән уға республика программаһы ярҙам итәсәк.
Программала 35 йәштән кесерәк белгестәр ҡатнаша ала. Бынан тыш, уның юғары белемле булыуы, ауыл ерендә эшкә урынлашыуы мотлаҡ. 2023 йылға тиклем субсидия күләме ярты миллион булһа, бөгөн ул ике тапҡырға күберәк. Аҡсаны файҙаланыу маҡсаты ла билдәле.
Программа шарттарына ярашлы, йәш белгестәрҙең ауыл ерендә 5 йыл эшләүе мотлаҡ. Быйылдан программа федераль бюджеттан да финансланасаҡ. Ошоға бәйле ауыл ерендә матди ярҙам алыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һаны ла артасаҡ. Күҙалланыуынса, быйыл 74 йәш белгескә ярҙам күрһәтеү мөмкин була.
Рәзилә Ғилметдинова



