Баймаҡ мәктәптәрендә Ватан һаҡсылары йылына старт бирелде


Баймаҡ районы мәктәптәрендә Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватан һаҡсылары һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сараларына старт бирелде. Район мәғариф бүлегендә үткән тантанала төбәктең белем усаҡтары етәкселәре, кадеттар, шайморатовтсылар һәм йәш армиясылар кластарында белем алыусылар «Солтан» ҡушаматлы махсус хәрби операция яугиры меннә осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мәктәп директорҙарының кәңәшселәре тарафынан мәғариф бүлеге фойеһында махсус хәрби операцияға бағышлап күргәҙмә ойошторолдо, “Изгелек ҡумтаһы”на яугирҙәргә тип әйберҙәр йыйылды. Бында ҡоро душ, маскировкалау селтәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Ватан һаҡсылары йылы тантаналы асыу РФ һәм БР-ның гимндарын тыңлауҙан һәм флаг индереүҙән башланды. Уҡыусылар патриотик бейеүҙәр, йырҙар башҡарҙы.

Сара барышында «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте. Улар Ватанға һәм йәш армиясылар туғанлығына тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәйҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданины булырға тантаналы ант бирҙе. махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ваҡытлыса ялға ҡайтҡан “Солтан” ҡушамалы яугир тәбрикләне, билдәләр тапшырҙы.

Ватан һаҡсылары, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы старт алды. Быйыл мәғариф учреждениеларында Тыуған илгә һөйөү, уның тарихына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар күп буласаҡ.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ