Башҡортостанда риелторҙар эшмәкәрлеге тураһында закон әҙерләнә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эшсе төркөм булдырылған. Депутаттар  был тармаҡта  хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу өсөн ҡануниәтте камиллаштырырға ниәтләй. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, риелторҙарҙың берҙәм исемлеге юҡ, улар квалификацияһын раҫлау өсөн аттестация  үтмәй. Бер үк  ваҡытта күпселек өсөн фатир һатып алыу, йә һатыу үтә яуаплы һәм мөһим ҡарар. Шуға риелторҙар эшмәкәрлеге төшөнсәһен аныҡларға, улар өсөн талаптарҙы билдәләргә тәҡдим ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда риелторҙар эшмәкәрлеге тураһында закон әҙерләнә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ