Уға ярашлы, мәҙәниәт йорттарын яңыртыуға 85 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. - Рәсәй мәҙәниәт министрлығы билдәләгән план буйынса быйыл Башҡортостанда 100 учреждение яңыртылырға тейеш. 19 муниципаль берәмектең һәр береһендә 5-6 клуб төҙөкләндерелә, тип хәбәр итәләр Республика мәҙәниәт министрлығынан.




